Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2017, 14:15

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса льготалы ипотека алыуға 300 ғариза бирелгән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан халҡынан торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса льготалы ипотека кредитын алыуға 300 самаһы ғариза килгән. Шуларҙың 30-ҙан ашыуы хупланған һәм ғариза биреүселәр торлаҡ һатып алырға әҙер, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы граждандарҙың 3-6 йыл буйына банктарҙа аҡса йыйып, артабан түбән процент ставкаһы (йылына 6-7%) буйынса торлаҡ һатып алыуға ипотека кредитын алыуҙы күҙ уңында тота.
Өҫтәүенә программала ҡатнашыусыларға республика ҡаҙнаһынан тупланма иҫәпкә айлыҡ иғәнәләрҙең суммаһынан 30% тиклем күләмдә адреслы дәүләт түләүе күсерелә. Аҡса туплау осоро тамамланғас, программала ҡатнашыусы йылына 6-7% менән 4,5-9 йылға льготалы кредит алыу мөмкинлегенә эйә була.
1 июнгә ҡарата, Башҡортостанда йәшәүселәр «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб» банктарында 1,7 миллиард һумға яҡын суммаға ете мең самаһы оҙайлы маҡсатлы торлаҡ-тупланма вкладтары асҡан. Был – Рәсәй төбәктәрендә ғәмәлгә ашырылған оҡшаш проекттар араһында абсолют рекорд.
2017 йылдан башлап төҙөлгән килешеүҙәр буйынса ғына республиканың торлаҡ-төҙөлөш баҙарына 6,5 миллиард һумдан кәм булмаған аҡса инеүе көтөлә. Шуларҙың 87% йәки 5,7 миллиард һумы – халыҡтың һәм кредит ойошмаларының аҡсаһы, 13% йәки 0,8 миллиард һумы – вкладсыларҙың торлаҡ өсөн тупланмаһына бюджет субсидиялары.
Торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Төҙөлөш һаҡламдарын үҫтереү буйынса дирекция һәм Һаҡлыҡ, Уралсиб банктарының ҡыҙыу линия телефондары буйынса алырға мөмкин: 8 (347) 218-08-93; 8 (347) 285-00-97.
Читайте нас: