17:33 (UTC+5), 20 Июнь 2017

Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы — Рәсәй экспорт үҙәгенең төбәк операторы

Башҡортостан буйынса Сауҙа-сәнәғәт палатаһы
Башҡортостан буйынса Сауҙа-сәнәғәт палатаһы
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 19 июндә Мәскәүҙә «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте менән «Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы» союзы араһында экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләләре буйынса партнерлыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Сауҙа-сәнәғәт палатаһында.
Палата республикала Рәсәй экспорт үҙәгенең төбәк операторы буласаҡ һәм төбәктә экспортҡа булышлыҡ итеү буйынса үҙәктең программаларын тормошҡа ашырасаҡ. Яҡтар «Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары» өҫтөнлөклө проектын үҫтереүгә һәм республикала экспортты популярлаштырыуға, шулай уҡ иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ араһында экспортер образының абруйын арттырыуға йүнәлтелгән берлектәге саралар үткәрергә ниәтләй.
Башҡортостан буйынса Сауҙа-әсәнәғәт палатаһы экспортҡа йүнәлеш алған бизнесҡа кәрәкле хеҙмәттәр тәҡдим итәсәк. Әле эшҡыуарлыҡҡа талап ителгән популяр хеҙмәттәр сифатында: интеллектуаль милек объекттарын тышҡы баҙарҙа теркәү менән бәйле сығымдарҙы субсидиялау, логистика эшмәкәрлеге өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға федераль ҡаҙнанан субсидия биреү, тышҡы баҙарҙа продукцияға сертификация алыу менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауға федераль бюджеттан субсидия бүлеү, һәм «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәтенең башҡа финанс һәм финанс булмаған хеҙмәттәре.
«Хәҙер экспорт йүнәлешенә федераль кимәлдә ҙур ярҙам күрһәтелә. Экспортҡа йүнәлеш алыу импортты алмаштырыу менән бер рәттән илде үҫтереү йүнәлештеренең береһе сифатында һайланған, — тип үҙ фекерен белдерҙе Башҡорт дәүләт университетының стратегик үҫеш буйынса проректоры Рөстәм Ахунов. — Тәү сиратта Рәсәй экспортына булышлыҡ итеүгә баҫым яһала. Бының өсөн билдәле нигеҙ бар. Беренсенән, был 2014 йылдың аҙағында — 2015 йылдың башында һумдың арзанайыуы, икенсенән, хәрби-сәнәғәт комплексы, машиналар эшләү һәм башҡа өлкәләрҙең продукцияһына ихтыяжды арттырыу өсөн сәнәғәт секторына ярҙам саралары. Шуға бәйле махсус ойошторолған структура — Рәсәй экспорт үҙәге — үҙ проекттарын төбәк кимәлендә урынына еткереү өсөн мөмкинлектәр эҙләй. Үҙәк республика майҙансыҡтарында сараларҙың береһен үткәргәйне. Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Рәсәй экспорт үҙәге араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу беҙҙең төбәк менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙең артабанғы этабы булды. Ул Башҡортостан резиденттары иҫәбенән үҙәктең идеяларын, ҡоралдарын һәм сараларын һуңғы экспортерға алып барып еткереүгә йүнәлтелгән. Сауҙа-сәнәғәт палатаһының һайлап алғаны аңлайышлы, был ҡеүәтле структура, уға йөкмәтелгән бурыстар көсөнән килә, һәм ул Рәсәй экспорт үҙәге агенты сифатында сығыш яһаясаҡ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика