07:11 (UTC+5), 20 Июня 2017

Майҙа республикала сәнәғәт етештереүе индексы 106,5% тәшкил итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала сәнәғәт етештереүе индексы майҙа уҙған йылдың майына ҡарата 106,5%, ғинуар-май өсөн 2016 йылдың ғинуар-майына ҡарата 103,4% тәшкил итте. Илдәге уртаса күрһәткес: 2016 йылдың майына – 105,6%, ғинуар-майҙа – үткән йылдың ғинуар-майына ҡарата 101,7%. Волга буйы федераль округы төбәктәре буйынса сәнәғәт етештереүе индексы Удмуртияла 92,1% алып Мордовияла 111,4% тиклем.
Түбәндәге производстволар Башҡортостанда индекстың динамикаһына ыңғай йоғонто яһаны: ҡағыҙ һәм ҡағыҙ изделиелар (2016 йылдың ғинуар майына 1,8 тапҡыр), транспорт саралары һәм ҡорамалдар (128,9%), мебель (125,9%), компьютер, электрон һәм оптик изделиелар (119,4%), туҡыма әйберҙәр (117,0%), электр ҡорамалдары, әҙер металл изделиелар, башҡа файҙалы ҡаҙылмалар табыу (116,1-116,8%), химик матдәләр һәм химик продукттар, күн һәм күн әйберҙәр, эсемлектәр (111,1-111,8%), ағас эшкәртеү һәм ағас әйберҙәр (110,6%).
Бынан тыш, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, әҙер изделиелар, башҡа металл булмаған минераль продукттар етештереүҙә продукция сығарыу күләмен 2016 йылдың ғинуар-майына 3,1-5,5% үҫтереү билдәләнгән.
Дарыуҙар етештереүҙә – 1,7 тапҡырға (2016 йылдың ғинуар-майына ҡарата), металл рудалар сығарыуҙа – 11,9%, автотранспорт саралары, тағылма һәм ярымтағылмалар етештереүҙә, металлургия производствоһында – 7,2-9,8%, нефть продукттары, полиграфия эшмәкәрлеге һәм күсермә яһауҙа, резина һәм пластмасса әйберҙәр, машиналар һәм ҡорамалдар етештереүҙә 0,9-1,4% артта ҡалыу күҙәтелә.
Сәнәғәт етештереүе индексы — сәнәғәт етештереүе күләме динамикаһы, уның артыу йәки кәмеү күрһәткесе. Ул сәнәғәт продукцияһының мөһим төрҙәре булараҡ күрһәтелгән тауарҙарҙы һайлап алыу юлы менән билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика