02:28 (UTC+5), 19 Июня 2017

Рөстәм Хәмитов: «Быйылғы план – йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасын әҙерләү»

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Быйыл Башҡортостанда йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасын әҙерләү күҙаллана. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө районының агросәнәғәт комплексы предприятиеларында булғандан һуң ошо хаҡта белдерҙе.
- Быйыл һауа шарттары яҡшыларҙан түгел. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда яҡынса ике аҙнаға ҡалышабыҙ һәм ул эш һөҙөмтәһендә лә сағылыш таба. Әммә беҙ ауыл халҡын әүҙемерәк мал аҙығын әҙерләй башларға өндәйбеҙ, сөнки көтөргә ваҡыт юҡ. Ҡайһы бер хужалыҡтар бер нисек тә эште тиҙләтә алмай, – тине Рөстәм Хәмитов. – Алдағы аҙнала мал аҙығын әҙерләү тиҙлеге артыр тип ышанам. Тикшерәсәкбеҙ, был йәһәттән муниципалитеттарҙан һәйбәт эшләүҙәрен талап итәсәкбеҙ. Тәү сиратта – мал аҙығы. Беҙҙең быйылғы план – йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасын әҙерләү. Ер еүеш, ямғырҙар яуып тора. Мотлаҡ рәүештә ике сабым алырға кәрәк, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа, бәлки, өсәү ҙә килеп сығыр. Шуға халыҡты йәлеп итеп, эшләргә кәрәк. Етер инде йоҡларға!
Эш сәфәре барышында республика етәксеһе Иҫке Байыш ауылындағы «Рәсәй» тоҡомло завод баҫыуҙарында мал аҙығын әҙерләү барышы менән танышты. Дүртөйлө районының алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларының береһе тоҡомло эре мөгөҙлө мал үрсетеүгә, юғары сифатлы бөртөклө, ҡуҙаҡлы культуралар һәм күп йыллыҡ үлән орлоҡтарын етештереүгә һәм һатыуға махсуслашҡан.
Рөстәм Хәмитов агропредприятиеның етәкселеге, баш агрономы менән аралашты, мал аҙығын әҙерләү кампанияһын уҙғарыу өсөн техника, буш ятҡан баҫыуҙар барлығы менән ҡыҙыҡһынды.
Хужалыҡтың сәсеү майҙаны – 4,6 мең гектар, уларҙың 1,5 мең гектарына мал аҙығы культуралары, күбеһенсә күп йыллыҡ үләндәр сәселгән. Аграрийҙарҙың әйтеүенсә, һауа шарттары эшкә бер аҙ ҡамасаулай, сөнки үлән ныҡ еүеш һәм оҙаҡ кибә, әммә техника һәм яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек. Дөйөм алғанда, мал аҙығын әҙерләү кампанияһын ҡулайлы ваҡытта тамамлау күҙаллана.
Мәмәҙәл ауылында Рөстәм Хәмитов тағы ла бер хужалыҡ – Ленин исемендәге тоҡомло завод баҫыуҙарында булды. Предприятие ҡара-сыбар һәм бестужев тоҡомло эре мөгөҙлө мал үрсетеү һәм уларҙы һатыу менән шөғөлләнә. Хужалыҡта 2350 баш мал, шул иҫәптән 600 баш һауын һыйыр бар. Йылдан-йыл һөт һәм малсылыҡ продукцияһын етештереү күләме арта.
Рөстәм Хәмитов мал аҙығын әҙерләү барышын баһаланы, механизаторҙар менән аралашты, хеҙмәт шарттары һәм эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.
- Бөгөн беҙ Дүртөйлө районында. Бында ҡайһы бер хужалыҡтарҙа эш тулыһынса яҡшы алып барыла. Икеләнеп йөрөгән көсһөҙ хужалыҡтар ҙа бар. Сифатлы мал аҙығын әҙерләү ваҡыты үтеп бара, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. – Шуға игенселәребеҙгә мөрәжәғәт итәм: йоҡлап ятмағыҙ, көтмәгеҙ, эште башлағыҙ, сығығыҙ, ямғырҙар ҡамасаулай, баҫыуҙарҙа масса юҡ әле тип эшләмәҫкә сәбәп эҙләмәгеҙ. Бөтәһе лә бар. Ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика