03:17 (UTC+5), 19 Июня 2017

Башҡортостанда капиталь ремонтҡа түләү буйынса алдынғы райондар һәм аутсайдерҙар билдәле булды

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева /. Башҡортостандың Төбәк операторы капиталь ремонтҡа түләү буйынса алдынғы райондар һәм аутсайдерҙар рейтингын баҫып сығарҙы. 2017 йылдың ғинуарынан майға ҡәҙәр төбәктә уртаса йыйым 90,5 процент тәшкил иткән.
Түләүҙәрҙе йыйыу буйынса 90 процент баҫҡысын уҙғандар араһында – Тәтешле һәм Архангель райондары, Салауат ҡалаһы, Өфө районы һәм Межгорье.
Республиканың 46 ҡала һәм районында капиталь ремонтҡа аҡса йыйыу күләме 80 проценттан арта. Шул рәүешле Өфө «йәшел зона»ла тора – 87,5 процент күрһәткес менән рейтингтың 60-сы баҫҡысында.
Аутсайдерҙар бишлегендә – Йылайыр, Салауат, Балтас, Баймаҡ һәм Балаҡатай райондары. Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт уҙғарыуға түләүҙәрҙе йыйыу ошо муниципалитеттарҙа 66,6-72,1 процентҡаса етә.
2016 йылдың ғинуар-май айҙары менән сағыштырғанда, республикала капиталь ремонтҡа түләүҙәрҙе йыйыу кимәле 7,4 процентҡа артҡан. Бер йыл элек был күрһәткес 83,1 процентҡа тиң ине.
«Башҡортостан Республикаһы Төбәк операторы» фондында билдәләүҙәренсә, бурыслыларҙан мәжбүри рәүештә аҡса йыйыу буйынса эш алып барыла. Мәҫәлән: ағымдағы йылдың тәүге биш айында ғына суд аша 13,6 миллион һум ҡайтарылған.
«Капиталь ремонт күләме һәм тиҙлеге аҡса йыйыу кимәленә бәйле. Шуға ла күп фатирлы йорт хужаларын капиталь ремонт өсөн ваҡытында түләргә саҡырабыҙ», — тине Башҡортостан Төбәк операторының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Азамат Хисаметдинов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика