03:58 (UTC+5), 16 Июня 2017

Баш ҡалала аэропорт яғына киткән юлда йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүеле төҙөлә башланы

Өфө хакимиәте
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә Спутник биҫтәһе янында аэропорт яғына киткән юлда йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүеле төҙөлә башланы. Объект республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса һалына. Граждандарҙы ҡабул итеү барышында уға транспорт проблемаһы һәм йәйәүлеләр өсөн үткәүел булмау хаҡында һөйләп, урындағы ҡатын мөрәжәғәт итте. Күп кенә кешеләр һигеҙ һыҙатлы юғары тиҙлекле трасса аша үтергә мәжбүр. Яҡындағы туҡталышҡа тиклем 2,5 саҡрым ара. Был хәл республика Башлығының асыуын килтерҙе. «Асыҡ яланда, тейешле инфраструктураһыҙ ҡасаба төҙөйҙәр. Кешеләр яфалана, балалар һәм уҡыусылар күп, «Металлобаза» туҡталышына тиклем алыҫ», — тип билдәләне ул, биҫтәлә транспорт проблемаһын хәл итергә һәм үткәүел төҙөлөшөн тиҙләтергә ҡушып.
Эш свай нигеҙен ҡуйыуҙан башланды. Объекттың оҙонлоғо – 58 метр. Коридорҙы 54 светодиодлы лампа яҡтыртасаҡ. Йөрөй алмаған кешеләр өсөн күтәреп-төшөрә торған платформа ҡаралған. Үткәүел урынында ике йүнәлештә лә йәмәғәт транспорты туҡталышы төҙөләсәк. Төҙөлөштө ағымдағы йылдың дүртенсе кварталында тамамлау күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика