09:27 (UTC+5), 15 Июня 2017

Төбәктә яҙғы сәсеү оптималь ваҡытта тамамланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда сәсеү кампанияһына йомғаҡ яһалды. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, яҙғы сәсеү һауа шарттары арҡаһында ғәҙәттәгенән ике аҙнаға һуңыраҡ башланһа ла, оптималь агротехник срокта үткәрелде. Быйыл яҙ сәсеү эштәре 2,2 миллион гектарҙа башҡарылды. Уның структураһында 67% – бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлыларға, 10,7% – көнбағышҡа, 2,4% – шәкәр сөгөлдөрөнә, 4,7% – картуф һәм йәшелсәгә, 11,6% мал аҙығы культураларына тура килә.
«Эксперттар фекеренсә, төбәктә сифатлы мал аҙығы әҙерләү өсөн ҡулай ваҡыт етте: ҡуҙаҡлыларҙың — сәскә ата, ҡыяҡлыларҙың башаҡлана башлаған мәле», — тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығында. Әле Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары мал аҙығы әҙерләүгә төшкән.
Киләһе уңышҡа килгәндә, быйыл көҙ 700 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда ужым культураларын сәсеү күҙаллана. Ошо йылда ужым ашлыҡтарының торошо күпкә яҡшыраҡ, сөнки улар нигеҙҙә пар баҫыуҙарында сәселгән. «Таҙа парҙар — теләһә ниндәй йылда тотороҡло уңыш гаранты, шуға күрә урындарҙа һәр пар баҫыуын контролгә алыу һәм үлән үҫеүгә юл ҡуймау бурысы тора», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика