08:06 (UTC+5), 15 Июнь 2017

Өфөлә 1-се мәктәпте төҙөкләндереү бара

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә Мостай Кәрим урамында урынлашҡан 1-се мәктәпте төҙөкләндереү бара. Төҙөлөш эштәре уҡыу йылы тамамланғас та башланды. Ике ҡатлы бина 1951 йылда һалынған, 1968 йылда иһә уға биш ҡатлы корпус һәм спорт залы төҙөлгән. 2009 йылда беренсе бина авариялы тип танылды һәм шунан бирле уҡыу процесында файҙаланылманы, тип иҫкә төшөрҙөләр мэрияла. Уның урынында — дүрт ҡатлы корпус төҙөү, биш ҡатлыһында реконструкция үткәреү ҡаралған. Мәктәптә 775 бала белем аласаҡ, әлегеһенә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Был ҡаланың әүҙем үҫешеүе һәм халыҡтың артыуы менән бәйле бик актуаль.
Эштәрҙе 2018 йылдың декабренә тамамлау планлаштырыла. Уға тиклем балалар 2-се лицейҙың бинаһында уҡыясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика