02:08 (UTC+5), 15 Июнь 2017

Башҡортостандың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Ҡытайҙа

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Ҡытай Халыҡ Республикаһында. Делегацияны республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкләй.
Эш сәфәре сиктәрендә Пекинда Бөтә Ҡытай йәштәр федерацияһы, Юлдар һәм күперҙәр төҙөү буйынса Ҡытай корпорацияһы вәкилдәре менән осрашыу, Башҡортостандың инвестиция өҫтөнлөктәре, Башҡорт дәүләт университеты менән таныштырыу ҡаралған.
Артабан Хэфэй ҡалаһында Аньхой провинцияһы губернаторы һәм Цзянси провинцияһы вице-губернаторы менән осрашыу күҙалланған. Бынан тыш, Башҡортостан делегацияһы Рәсәйҙең Волга буйы федераль округы һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Янцзы йылғаһының юғары, урта ағымы төбәктәре араһында хеҙмәттәшлек буйынса совет ултырышында ҡатнашасаҡ.
Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 14 июндә Пекинда Ҡытайҙың төп халыҡ берләшмәләренең береһе һәм 300 миллион самаһы кеше иҫәпләнгән Ҡытайҙағы иң ҙур ижтимағи йәштәр ойошмаһы – Бөтә Ҡытай йәштәр федерацияһы етәкселеге һәм активы менән осрашыу үтте.
Башҡорт дәүләт университетында Рәсәй-Ҡытай студенттар бизнес-инкубаторын булдырыу тураһында килешеүгә өлгәшелде.
Ҡытайҙың иң ҙур дүрт дәүләт учреждениеһына ингән Юлдар һәм күперҙәр төҙөү буйынса Ҡытай корпорацияһы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр эшлекле программаның киләһе пункты булды. Яҡтар Башҡортостан Республикаһында инфраструктура проекттарын төҙөү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Осрашыу аҙағында Башҡортостан Хөкүмәте менән Юлдар һәм күперҙәр төҙөү буйынса Ҡытай корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика