02:59 (UTC+5), 15 Июня 2017

Балаҡатай районы башлығы Силәбе инвесторҙарын нимә менән йәлеп итеү тураһында һөйләне

автор
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Балаҡатай районы республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм бер юлы ике төбәк – Свердловск һәм Силәбе өлкәләре менән сиктәш. Ошондай күршелекте нисек дөрөҫ итеү файҙаланыу, туристарҙы нимә менән йәлеп итеү һәм ваҡиғаны нисек брендҡа әйләндереү хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына район башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин һөйләне.
«Беҙҙә эшләргә әҙер ике инвестиция майҙансығы бар. Уларҙың берәүһе Майғаҙы ауылында урынлашҡан. Унда ентекләп эшләнгән склад биналары, иген һаҡлау, уны таҙартыу, киптереү ҡоролмалары, яҡшы гараж, ашхана һәм хатта ҡунаҡхана бар. Электр, һыу һәм газ үткәрелгән. Был майҙансыҡҡа беренсе булып инергә теләүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Силәбе инвесторҙары иген хужалығы менән шөғөлләнергә, ҡатнаш аҙыҡ предприятиеһын төҙөргә теләй. Игенде беҙҙең етештереүселәрҙән һатып алырға ниәтләй, һуңынан, бәлки, үҙҙәре лә үҫтерер. Әлеге мәлдә Ямаш ауылындағы колхоз бөлгөнлөк хәлендә, унда бөтә ҡорамалдар менән малсылыҡ базаһы һатыла, сәсеү майҙандары бар. Потенциаль инвесторҙарҙы саҡырабыҙ һәм үҙебеҙҙең яҡтан ярҙам итергә әҙербеҙ».
Интервьюны тулыһынса «Детально» тигән рубрикала уҡый алаһығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика