10:29 (UTC+5), 13 Июня 2017

Төбәк аграрийҙары ҡарабойҙай сәсеү буйынса планды арттырып үтәгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан аграрийҙары ҡарабойҙай сәсеү йәһәтенән планды арттырып үтәгән. Планлаштырылған 109 мең гектар урынына төбәк аграрийҙары бер гектарға күберәк сәскән. Өҫтәүенә республикала ҡарайбойҙайҙың иң ҙур майҙандары — 8,4 мең гектар — Бишбүләк районында сәселгән.
Ҡарабойҙай сәсеү буйынса план Башҡортостандың 37 районы иҫәбенә үтәлгән. Шуларҙың 18-е планға ҡарата күберәк сәскән. Улар араһында — Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Благовар, Әлшәй, Шишмә, Бүздәк, Дәүләкән, Илеш, Кушнаренко, Яңауыл, Бөрө, Ҡалтасы, Мишкә, Благовещен, Учалы, Йылайыр һәм Ҡыйғы райондары.
Бөгөнгә төбәктә 2,146 миллион гектарҙа яҙғы сәсеү эштәре башҡарылған, был планға ҡарата 99 процент тәшкил итә.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бер йыл элек яҙғы сәсеү 2,062 миллион гектарҙа башҡарылған.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылда сәсеү майҙандарының структураһы продукцияға баҙар ихтыяжын иҫәпкә алып булдырылған.
Быйыл соя (һигеҙ тапҡырға — 800 гектарға ҡәҙәр), ноҡот борсағы (80 процентҡа — 4,5 мең гектарға тиклем), шулай уҡ борсаҡ, шәкәр сөгөлдөрө һәм ҡаты сортлы бойҙай өсөн сәсеүлек майҙандары арттырылды.
2016 йылда республика 3,3 миллион тонна иген етештергән — был алты йыл элеккегә ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенең минималь кимәленән биш процентҡа юғарыраҡ. Быйыл Башҡортостан аграрийҙары 3,5 миллион тонна иген, 1,7 миллион тонна картуф һәм йәшелсә, 1,4 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө һәм 200 мең тонна самаһы көнбағыш йыйып алырға ниәтләй.
2020 йылға төбәктә игендең уңышын 4,2 миллион тоннаға тиклем еткереү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика