04:58 (UTC+5), 13 Июня 2017

Рәсәй иҡтисады өсөн төп хәүефтәр аталды — «Известия» гәзите

Олег Яровиков
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Кипрҙа Cbonds халыҡ-ара конференцияһында Рәсәй иҡтисады өсөн төп хәүефтәр аталды. «Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, ул – нефтҡә хаҡтарҙың төшөүе, Америка Ҡушма Штаттары власының сәйәсәте, технологияларҙың үҫеше һәм глобаль баҙарҙа капитал ағымындағы үҙгәрештәр.
Иҡтисади үҫеш министрлығының макроиҡтисад анализы һәм фараздар департаментының элекке етәксеһе Кирилл Тремасовтың иҫәпләүе буйынса, ике төп хәүеф бар – нефткә хаҡтарҙың төшөүе һәм технологияларҙың үҫеше. Һүҙ нефткә хаҡтарҙың түбәнәйеүенә йоғонто яһаусы технологиялар хаҡында бара. Мәҫәлән, һәүерташ энергетика ресурстарын табыуҙы киңәйтеү.
Америка Ҡушма Штаттарының тышҡы сәйәсәте Рәсәй иҡтисады өсөн төп саҡырыуҙарҙың береһе, тип атай белгестәр. Аналитиктарҙың фекеренсә, Ҡушма Штаттар глобаль капиталь ағымы динамикаһында даими рәүештә үҙгәрештәрҙе ҡуҙғата. Ул күбеһенсә донъя иҡтисадына, шул иҫәптән Рәсәй баҙарына ла йоғонто яһай.
Үҙәк банк етәксеһе Эльвира Нәбиуллинаның фекеренсә, Рәсәй иҡтисадының үҫеше һөҙөмтәле финанс институттарын талап итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика