04:00 (UTC+5), 09 Июнь 2017

Башҡортостанда йыһан технологиялары әүҙем индерелә

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә йыһан эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләрен индереү буйынса алдынғыларҙың береһе булып тора. Ошо хаҡта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа «Рәсәй йыһан системалары» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Анатолий Перминов белдерҙе. Өфөлә ул «Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә йыһан эшмәкәрлеге» форумында ҡатнаша.
- Бөгөн Башҡортостанда йыһан эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләрен индереү Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренә ҡарағанда байтаҡҡа яҡшыраҡ аҙымдар менән алға бара. Бының менән республика Башлығының шөғөлләнеүе, Хөкүмәттең дә ҙур иғтибар бүлеүе күренеп тора, – тине Анатолий Перминов. – Был йәһәттән Башҡортостан алда бара. Бөгөн күптәр ҡасан уларҙа ошондай форумдар, саралар уҙғарыласағы хаҡында килеп һорашты. Уларҙа күрһәтерлек ниндәйҙер яңы нәмә барлыҡҡа килгәс буласаҡ, тип яуапланым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа төбәктәрҙә әлегә ул юҡ.
Осрашыуҙа киләсәктә төрлө иҡтисад тармаҡтары, шул иҫәптән нефть-газ сәнәғәте мониторингы өсөн пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеү өсөн йыһан эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләрен индереү мәсьәләләре тикшерелде.
- Йыһан технологияларын тағы ла күберәк бурыстар даирәһенә йәлеп итәбеҙ. Транспорт хаҡында һөйләнек, хәҙер инде уларҙы ауыл хужалығына, урман янғындарына – ҙур объекттарҙың майҙандарын баһалау менән бәйле бөтә нәмәгә таратабыҙ. Бындай эште лә башҡарасаҡбыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Элек аграрийҙар һәм урмансылар ҡаршылыҡ күрһәтеү түгел, энтузиазм да белдермәһәләр, хәҙер инде ошо ведомстволар, министрлыҡтар хеҙмәткәрҙәре киреһенсә фекер йөрөтә. Пилотһыҙ аппараттарҙың бөгөн беҙгә яңы баһалау сифатын биреүе аңлашыла – ул уңышты, үҫентеләрҙең шытымын йәки, киреһенсә, сәсеүҙәрҙең юҡҡа сығыуын күрһәтә.
Форум барышында республика Хөкүмәте менән йыһан эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләрен индереү һәм яңы интеллектуаль геомәғлүмәт сервистарын әҙерләү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө, тип хәбәр итте Анатолий Перминов. Яҡтар ошо документ нигеҙендә уртаҡ эш планы әҙерләнәсәге тураһында килеште.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика