06:20 (UTC+5), 09 Июня 2017

Башҡортостан Хөкүмәте Росгидромет менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Халыҡ-ара экология форумы барышында Башҡортостан Хөкүмәте Росгидромет менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Килешеү гидрометеорология, тирә-яҡ мөхиттең торошо һәм бысраныу мониторингы өлкәһенә ҡағыла. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов һәм Росгидромет етәксеһе урынбаҫары Игорь Шумаков ҡул ҡуйҙы.
«Быға тиклем дә республика федераль ведомство менән берлектә эш алып барҙы, ләкин заманса бурыстарҙан сығып, уны ҡайтанан ҡарау зарурлығы килеп тыуҙы. Экологик стандарттар, мониторинг үткәреүгә талаптар үҙгәрә, тирә-яҡ мөхиттең торошон тикшереүҙең яңы алымдары һәм технологиялары барлыҡҡа килә. Ҙур биләмәле республика һыу ресурстары, атмосфера һауаһы торошо мониторингының масштаблы селтәренә мохтаж. Яҙғы ташҡынды фаразлауҙың заманса системаһы ла кәрәк. Быларҙың барыһы ла – берлектәге эш һөҙөмтәһе», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика