03:42 (UTC+5), 08 Июня 2017

Төбәктең ауыл хужалығы министры сәсеү кампанияһы барышына һауа торошоноң нисек йоғонто яһауын һөйләне

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Быйыл Башҡортостан аграрийҙары оҙаҡҡа һуҙылған яҙ арҡаһында сәсеү кампанияһын өс аҙнаға һуңыраҡ башланы, әммә былтырғы күрһәткестәрҙе ҡыуып етеп, көслө ямғырҙарға ҡәҙәр эштәрҙе тамамлап өлгөрҙө.
«Һәр район дәррәү эшләне, кем яҡшыраҡ, кем насарыраҡ булды тип бүлә алмайым. Һәр аяҙ көндө һәм хатта төндө лә файҙаландылар, — тип һөйләне журналистарға республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. — Быйыл тәүлегенә иң күбе 137 мең гектарға сәстеләр. Былтырғы «уңышлы» көн 120 мең гектарға еткәйне. Сәсеү эштәрен тамамлап та өлгөрҙөк – көслө ямғырҙар ҙа башланды. Саҡ ҡына ҡарабойҙай һәм кукуруз сәсергә ҡалды, әммә ваҡыт бар әле, был йылы яратыусы культуралар. Быйылғы йылдың үҙенсәлеге – бер үк ваҡытта дым ҡаплатыу, ужым һәм күп йыллыҡ культураларҙы туҡландырыу, яҙғы культуралар сәсеү».
Май айында яуым-төшөм норманан бер ярым тапҡырға күберәк булды, тип хәтергә төшөрҙө министр. «Был насар түгел – ғәҙәттә, тупраҡҡа һыу етмәй. Фараздар буйынса, ямғырҙар аҙна аҙағынаса барасаҡ, киләһе аҙна йылы булырға тейеш һәм эштәр дауам итәсәк», — тине ул. Ведомство башлығы әйтеүенсә, ямғырҙар химик утау графигын боҙҙо, әммә икенсе яҡтан, һыуыҡта «үҫентеләр әүҙем үҫешмәй, сүп үләндәре лә үҫмәй».
Дөйөм 360 мең гектар ужым культураларының 21 мең гектарын яңынан сәсергә тура килде. «Учалыла һәм төньяҡ-көнсығышта ҡырау булды, — тип аңлатты министр. — Дөйөм алғанда, ҡайтанан сәсеү нормаға ярашлы».
Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәренең алдағы пландарында – мал аҙығын әҙерләү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика