04:27 (UTC+5), 08 Июнь 2017

Башҡортостанда 389 ҡала мөхите объекты төҙөкләндереләсәк

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың 23 муниципалитеты «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» проектында ҡатнашыу буйынса үҙ программаларын раҫланы, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтендә. Бөтә муниципаль берәмектәрҙә лә йәмәғәт тыңлауҙары уҙғарылған һәм объекттар исемлеге билдәләнгән.
Быйыл бөтәһе 604 күп фатирлы йорт, 35 йәмәғәт биләмәһе – 15 парк, биш сквер, өс майҙан, алты йәйәүлеләр зонаһы, ике йәмәғәт тәғәйенләнешендәге биләмә, бер аллея, йылға буйы, спорт майҙансығы һәм транспорт инфраструктураһы биләмәһе ингән 354 ихата биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана.
Ошо программа буйынса 2017 йылда төҙөкләндереүҙе дөйөм финанслау күләме 1,32 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был сумманың өстән ике өлөшөн тиерлек федераль ҡаҙна – 856,64 миллион һум, республика бюджеты 175,45 миллион бүлә, ҡалған өлөшөн төҙөкләндереләсәк биләмәләрҙә йәшәүселәр индерә.
Был проект 2022 йылғаса иҫәпләнгән. 2018 йылдан алып төҙөкләндереү программаһында 1000-дән күберәк кеше йәшәгән республиканың бөтә тораҡ пункттары ла ҡатнашасаҡ, тип аңлаттылар хөкүмәттә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика