07:53 (UTC+5), 06 Июня 2017

Күмертауҙа цемент етештереү буйынса компания йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең дүртенсе резиденты буласаҡ

Күмертау хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Күмертау етештереү компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына инеүгә ғариза биргән, тип хәбәр иттеләр Күмертау ҡалаһы хакимиәтендә. Эшҡыуарҙар Василий Коробкин һәм Виталий Кайзер ойошторған компания йылына 54 мең тонна цемент етештереү ҡеүәтенә эйә булған тартыу станцияһын төҙөргә тәҡдим итә. Проект 56,6 миллион һумлыҡ инвестицияны һәм 20 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Бизнес-планға ярашлы, беренсе йылда 20 кешене эшкә урынлаштырыу һәм 7,2 миллион һумлыҡ инвестиция һалыу күҙаллана. Ике йылдан продукцияны һатыуҙан килгән табыш 191 миллион һум тәшкил итергә тейеш.
«Эшсе төркөм асыҡ тауыш биреү юлы менән бер тауыштан ғариза биреүсенең һәм уның тормошҡа ашырылыусы инвестиция проектының тап килеүе хаҡында ыңғай һығымтаны республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итте», — тип хәбәр иттеләр Күмертау мэрияһында.
Әле моноҡалалар территорияһында ойошторолған йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттарының федераль реестрында 30 компания иҫәпләнә. Реестрға индерелгән резиденттар һаны буйынса 17 йылдам үҫеш биләмәһе араһында Күмертау дүртенсе урынды биләй. Хәҙер улар өсәү: «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (май экстракцияһы заводы), Томскиҙың «Ойлтиммаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (нефть промыслалары ҡорамалдары) һәм Өфөнөң «БашИнком 1» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (органик ашламалар).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика