09:16 (UTC+5), 06 Июня 2017

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын төҙөүҙе БРИКС-тың Яңы үҫеш банкы кредитлай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын төҙөүҙе (М7 һәм М5 трассаларын тоташтырасаҡ) БРИКС-тың Яңы үҫеш банкы кредитлай. Шул рәүешле ул Башҡортостан хөкүмәтенең 4,5 миллиард һумлыҡ өлөшөн индерә. 1 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында республика властары ВТБ банкының бүлендек структураһы — «Башҡортостандың концессия компанияһы» менән юл һалыуға килешеү төҙөнө.
Банк вәкилдәре Өфөләге тоннелде — 25 йыл буйына төҙөлөш алып барылмаған һәм проектҡа йәлеп ителгән объектты килеп ҡараны. Юлды һәм тоннелде дүрт йыл дауамында төҙөү планлаштырыла, инвестицияларҙың дөйөм күләме — 29 миллиард һумға яҡын, концессия срогы — 25 йыл.
Бынан тыш, БРИКС-тың Яңы үҫеш банкы республика юл инфраструктураһының тағы ла ике объектына — Бөрө һәм Нефтекама урау юлдарына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика