05:24 (UTC+5), 02 Июня 2017

Республика делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуясаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы эшендә, Рәсәйҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мәсьәләләренә, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәренә арналған сараларҙа ҡатнаша.
Республиканың Министрҙар кабинеты матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, форум сиктәрендә бер нисә килешеүгә һәм документҡа, шул иҫәптән Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек банкы менән «Эске һауа линияларының аэровокзал комплексын төҙөкләндереүҙең 1 этабы» проектын тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эш итеү тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйыласаҡ.
Шулай уҡ «Башҡортостан концессия компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән «Көнсығыш сығыу юлы»н Өфөнән М-5 «Урал» трассаһына төбәк тәғәйенләнештәге дөйөм ҡулланыштағы автомобиль юлын финанслау, төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу тураһында концессия килешеүе төҙөләсәк.
Бынан тыш, Башҡортостанда «А7 АГРО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса үҙ-ара эш итеү, инвестиция проекттарын әҙерләү һәм бойомға ашырыу буйынса ниәттәр хаҡында протоколға ҡул ҡуйыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика