02:52 (UTC+5), 02 Июня 2017

Өфөлә «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы еңеүселәрен бүләкләйәсәктәр

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә 2 июндә «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсы – «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» программаһының бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтә.
Конкурстың төп бурыстары – иң яҡшы тауар һәм хеҙмәт өлгөләрен билдәләү, сифат өлкәһендә илебеҙ предприятиелары һәм ойошмалараның ыңғай тәжрибәһен танытыу, сифат менеджментының һөҙөмтәле системаларын индереүгә булышлыҡ итеү.
Конкурс Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы, «Стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәге» федераль бюджет учреждениеһы, Сифат проблемалары академияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тарафынан уҙғарыла.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурсҡа тәҡдим ителгән материалдарҙы ҡарағандан һуң республикалағы 57 предприятиеның 108 төр продукцияһы һәм хеҙмәте конкурс лауреаты исеменә лайыҡ булды. Улар үҙ продукцияһын «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» логотипы менән билдәләү хоҡуғына эйә булды. Төбәк этабын уңышлы үткәндәрҙең федераль кимәлдә – «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» программаһында үҙе хаҡында белдереү мөмкинлеге бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика