11:50 (UTC+5), 02 Июня 2017

Башҡортостан Республикаһы «Роснефть» менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. XXI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы һәм «Роснефть» нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм «Роснефть» нефть компанияһының баш башҡарма директоры Игорь Сечин ҡул ҡуйҙы.
Килешеү «Роснефть» компанияһының социаль, шул иҫәптән физик культура һәм спорт өлкәһендәге проекттарҙы бойомға ашырыуҙа ҡатнашыуын күҙ уңында тота. Башҡортостан Хөкүмәте ҡануниәттә ҡаралған тәртиптә инвестиция әүҙемлеген арттырыу һәм бизнесты алып барыу шарттарын яҡшыртыу буйынса саралар күрәсәк.
– Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Башҡортостанда «Роснефть» шәфҡәтлелек программаһының күләмен һәм йөкмәткеһен билдәләй. Документ мөһим социаль проекттарҙы, шул иҫәптән төбәк муниципалитеттарында тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Объекттарҙың исемлеге муниципалитеттарҙың теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлгән.
– «Роснефть» республикала яңыраҡ ҡына эшләй башланы, ләкин Башҡортостан етәкселеге менән конструктив хеҙмәттәшлегебеҙ динамикалы үҫешә. Берлектәге эштең «Башнефть» компанияһы һәм төбәк иҡтисады өсөн әһәмиәтле булған аныҡ һөҙөмтәләре бар, – тип билдәләне Игорь Сечин, ҡул ҡуйылған килешеүгә аңлатма биреп. – Артабан беҙ Өфөләге заводтар төркөмөн яңыртыуҙы тамамларға ниәтләйбеҙ, был иһә компанияның етештереү базаһы үҫешендә ыңғай сағылыш табасаҡ. Бынан тыш, билдәләнгән социаль программаларҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә республикала йәшәү кимәлен күтәрергә иҫәп тотабыҙ.
Республика менән «Роснефть» нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә 2017 йылдың ғинуарында ҡул ҡуйылғайны. Документ яҡтарҙың төбәкте комплекслы үҫтереүгә, шулай уҡ хужалыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ иткән сәнәғәт, финанс, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика