09:34 (UTC+5), 02 Июня 2017

Башҡортостан Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында тәүге 15 иҫәбенә инде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияларын яҡшырта. 2 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында 2016 йыл өсөн Рәсәй төбәктәре буйынса һөҙөмтәләр иғлан ителде. Башҡортостан, 13-сө урынды биләп һәм элекке күрһәткестәрен һиҙелерлек яҡшыртып, лидерҙар төркөмөнә инде. Стратегик башланғыстар агентлығында хәбәр итеүҙәренсә, республика ете баҫҡысҡа күтәрелеп, инвестиция мөхитен булдырыуҙа алға табан ҙур аҙым яһаны. Был төбәктә эштең ойошҡанлы алып барылыуы хаҡында һөйләй.
«Көйләүсе мөхит», «Бизнес өсөн институттар», «Инфраструктура һәм ресурстар», «Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү» йүнәлештәре сиктәрендә 45 күрһәткес буйынса баһаланған. Милли рейтинг бизнес-берләшмәләрҙең фекеренә нигеҙләнгән.
2015 йылдан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы ил төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырыу майҙансығы булып тора. Ошо ваҡыт эсендә Милли рейтинг төбәктәрҙә бизнесты алып барыу шарттарын яҡшыртыу буйынса бөтә кимәлдәге властарҙың тырышлығын баһалауҙа үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы, уның йомғаҡтары иһә төбәк кимәлендә инвестициялар өсөн көрәштә конкуренцияны арттыра, тип билдәләнеләр республика хөкүмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика