12:39 (UTC+5), 01 Июня 2017

Йыл башынан Башҡортостанда 27 мең кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан – Төбәк операторы

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Төбәк операторы ошо йылдың тәүге биш айына йомғаҡ яһаны. Фондтың матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, алда ҙур эш башҡарыу бурысы тора, ләкин 1 июнгә республика биләмәһендә урынлашҡан һәм 2017 йылға капиталь ремонт үткәреүҙең ҡыҫҡа ваҡытлы планына индерелгән күп фатирлы йорттарҙың күбеһендә ремонт эштәре бара ла инде.
Бөгөнгә ремонт тамамланған 211 күп фатирлы йорттағы 26,7 меңдән ашыу кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан. Бынан тыш, әле 507 йортта капиталь ремонт башҡарыла, уларҙың күбеһе Өфөлә, Бәләбәйҙә, Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Яңауылда, Ишембайҙа, Салауатта һәм Стәрлетамаҡта урынлашҡан.
Милекселәрҙең уңайлылығы өсөн Төбәк операторының яңыртылған сайтында «Үҙ йортоңдо табыу» эҙләү системаһы эшләй. Шулай уҡ республика халҡы һәр саҡ сайтта электрон ҡабул итеү бүлмәһе аша йәки 8-800-775-69-77 ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса капиталь ремонт үткәреү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә ала.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылда төбәктә 1,2 мең күп фатирлы йортто төҙөкләндереү күҙаллана. Шуның менән бергә 170 мең самаһы кеше уңайлы йәшәү шарттарын яҡшыртыр тип көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика