03:59 (UTC+5), 01 Июнь 2017

Күмертау Рәсәйҙең иң яҡшы 10 моноҡалаһы рейтингына инде – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Санкт-Петербургта Рәсәйҙең иң яҡшы 10 моноҡалаһы рейтингы иғлан ителде. Башҡортостандың Күмертау ҡалаһы иң яҡшы монопрофилле моноҡалалар араһында билдәләнде. Рейтингты XXI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының «нуленсе көнө» программаһы сиктәрендә уҡып ишеттерҙеләр. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков «Моноҡалалар — эшҡыуарлыҡ өсөн яңы мөмкинлектәр» панель сессияһында ҡатнашты. Сараның модераторы – Внешэкономбанк рәйесе урынбаҫары, Иҡтисади үҫеш һәм интеграция буйынса хөкүмәт комиссияһы ҡарамағындағы моноҡалаларҙы яңыртыу буйынса эшсе төркөм етәксеһе, «Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» программаһы етәксеһе Ирина Макиева сығыш яһаны.
Панель сессия Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов ҡатнашлығында уҙҙы.
Сессия сиктәрендә моноҡалалар иҡтисадына Рәсәй һәм сит ил шәхси инвестицияларын йәлеп итеү менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләр буйынса һүҙ көрәштереү уҙҙы, уларҙың инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыу алымдары тикшерелде. Моноҡалаларҙың буласаҡ инвесторҙарына бизнес алып барыу өсөн мөмкинлектәр һәм өҫтөнлөктәр тәҡдим ителде.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, май башында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Күмертауҙа инвесторҙар – йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең буласаҡ резиденттары менән осрашты. Ошондай уҡ осрашыу Бәләбәйҙә үтте.
Күмертауҙа Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, инвестиция сәйәсәте эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү тиҙлеге буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Илдә булдырылған 10 йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенән бер юлы икәүһе – Күмертау һәм Бәләбәй – республикала урынлашҡан.
«Бөтә хөкүмәт менән йылдам үҫеш биләмәһе буйынса Күмертау һәм Бәләбәй проекттары мәғәнә һәм эш йәһәтенән тулыланһын өсөн тырышабыҙ, — тине Башҡортостан Башлығы. — Күмертауҙа һәм Бәләбәйҙә бөтә шарттар булдырыу һәм йылдам үҫеш биләмәләрен ойоштороу өҫтөндә шәхсән рәүештә үҙем эшләйәсәкмен».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика