07:51 (UTC+5), 01 Июнь 2017

Башҡортостанда уҙасаҡ форумда төбәктәрҙә йыһан эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре тикшереләсәк

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә 8-9 июндә «Рәсәй төбәктәрендә йыһан эшмәкәрлеге» форумы үтәсәк. Форумда ҡатнашыусылар төбәктәрҙә социаль-иҡтисади өлкәләрҙә йыһан эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен ҡулланыуҙы үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәсәк.
Форумды ойоштороусылар – «Рәсәй йыһан системалары» акционерҙар йәмғиәте һәм республика хөкүмәте, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты булышлығында «Транспорт навигация үҙәге» акционерҙар йәмғиәте.
Сарала ҡатнашыусылар Рәсәй төбәктәренең ауыл һәм урман хужалығында, транспортта һәм юл хужалығында, һаулыҡ һаҡлауҙа, төҙөлөштә һәм ҡалалар төҙөүҙә, яғыулыҡ-энергетика комплексында, тау сығарыу сәнәғәтендә, хоҡуҡ һаҡлау һәм махсус хеҙмәттәр эшмәкәрлегендә йыһан эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләрен ҡулланыуҙа ойоштороу, финанс һәм норматив мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, бындай форматтағы форум Башҡортостан өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Былтыр «Рәсәй субъекттарында ГЛОНАСС: ҡулланыу һөҙөмтәләре һәм үҫеш перспективалары» төбәк форумы үтте. Уның эшендә 21 төбәктән 100-ләгән делегат ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика