14:44 (UTC+5), 01 Июнь 2017

Башҡортостан — трансплантология хеҙмәтен үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәктәр иҫәбендә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан трансплантология хеҙмәтен үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәктәр иҫәбендә аталды. Ошо йүнәлеш буйынса республика Рәсәй субъекттары араһында алтынсы урынды биләй.
Академик В.И. Шумаков исемендәге Трансплантология һәм яһалма ағзалар ғилми үҙәге директоры, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш трансплантологы Сергей Готье Мәскәүҙәге конференцияла Башҡортостанда трансплантология ярҙамын ойоштороуҙың юғары кимәлдә булыуын әйтеп үтте. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова һүҙҙәренсә, төбәктең донор базалары һәм трансплантация үҙәктәренең яйға һалынған эше билдәләнгән. Органды алып уны күсереп ултыртыу ваҡыты буйынса республика алдынғы урында килә.
Быйыл Башҡортостанда 17 бөйөр, икешәр бауыр һәм йөрәк күсереп ултыртылған. Уҙған йылда ошо осорҙа 11 орган трансплантацияланған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика