03:29 (UTC+5), 31 Мая 2017

Бәләбәй ҡала быуаһын төҙөкләндереүгә 4,7 миллион һум аласаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Мәҫәлән, Бәләбәйҙә хакимиәт сайтында быйыл төҙөкләндереләсәк күмәк ял итеү урынын һайлау буйынса тауыш биреү уҙҙы. 60 мең кеше йәшәгән Бәләбәйҙә 38,8 меңдән ашыуы ял итеү урыны булараҡ киң билдәле ҡала быуаһы биләмәһен төҙөкләндереү өсөн тауыш биргән. Бөгөн биләмә инфраструктураларҙың булмауы сәбәпле йәмһеҙ күренә. Проект сиктәрендә бында велосипед юлын һалыу, балалар майҙансығын һәм воркаут менән шөғөлләнеү өсөн спорт ҡорамалдарын ҡуйыу күҙалланған.
Төҙөкләндереүгә 4,7 миллион һум бүленгән, уларҙың 3,9 миллионы – федераль ҡаҙнанан, тип хәтергә төшөрҙөләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә. Республика Министрҙар кабинетының ҡарары менән 250 мең кеше йәшәгән ҡалаларҙа ҡала парктарын төҙөкләндереүгә ярҙам итеү өсөн республика бюджетынан субсидиялар бүлеү ҡаралған. 2017 йылда ошо маҡсаттарға бөтәһе 22,6 миллион һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 18,8 миллион һум бүлеү күҙалланған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика