Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Май 2017, 07:47

Төбәктә яҙғы баҫыу эштәре аҙағына яҡынлаша

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан игенселәре 2017 йылғы сәсеү кампанияһы ике аҙнаға һуңыраҡ башланыуына, ҡайһы берҙә эште тотҡарлап ҡойма ямғырҙар яуыуына ҡарамаҫтан, сәселгән майҙандар буйынса былтырғы күләмгә еткән.
Республикала 2 миллион ашыу гектарҙа яҙғы сәсеү эштәре башҡарылған, ул пландың 94 процентын тәшкил итә.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Балтас, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр һәм Белорет райондары аграрийҙары яҙғы культураларҙы сәсеп бөткән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылда сәсеү майҙандарының структураһы продукцияға баҙар ихтыяжын иҫәпкә алып әҙерләнгән.
Быйыл сояның сәсеү майҙаны һигеҙ тапҡырға – 800 гектарға ҡәҙәр, 80 процентҡа ноҡот борсағы – 4,5 мең гектарға тиклем, шулай уҡ борсаҡ, шәкәр сөгөлдөрө һәм ҡаты бойҙай сорттары арттырылған.
2016 йылда республика 3,3 миллион тонна иген етештергән — был алты йыл элеккегә ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенең минималь кимәленән биш процентҡа юғарыраҡ. Быйыл Башҡортостан аграрийҙары 3,5 миллион тонна иген, 1,7 миллион тонна картуф һәм йәшелсә, 1,4 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө һәм 200 мең тонна самаһы көнбағыш йыйып алырға ниәтләй.
2020 йылға төбәктә игендең уңышын 4,2 миллион тоннаға тиклем еткереү планлаштырыла.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: