04:22 (UTC+5), 30 Мая 2017

Республиканың дәүләт ташыусыһы автопаркы яңы автобустар менән тулыланды

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың дәүләт ташыусыһы автопаркы яңы автобустар менән тулыланды. «Башавтотранс» предприятиеһы филиалы – Өфөнөң 1-се пассажирҙар автотранспорт предприятиеһы заказ буйынса ташыу иҫәбенә эшләнгән үҙ аҡсаһына биш «Mercedes-Benz Sprinter» автобусын һатып алды.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, яңы автобустар «Русджам-Өфө Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәрен йөрөтәсәк, шулай уҡ ҡала яны маршруттарында эшләйәсәк.
Бөгөнгә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына республика ҡалаларындағы һәм ауылдарындағы 22 филиал, 28 транспорт колоннаһы, 19 автовокзал, алты автостанция һәм 59 касса пункты инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика