Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Май 2017, 17:03

«Красноусол» шифаханаһының яңы корпусын төҙөүгә инвестициялар 300 миллион һум тәшкил итәсәк

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Красноусол» шифаханаһының яңы корпусын төҙөүгә шәхси инвестицияларҙың күләме 300 миллион һум тәшкил итәсәк. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов был турала Өфөлә барған «Шифахана-2017» Бөтә Рәсәй форумының пленар ултырышында белдерҙе.
Төбәк етәксеһе әле республикала дәүләт-шәхси партнёрлыҡтың мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн шифахана ойошмаларының ойоштороу-хоҡуҡи формаларын үҙгәртеү процесы барыуын билдәләне.
– Быға тиклем шифаханаларыбыҙ дәүләт унитар предприятиеһы ине. Хәҙер беҙ ошо һаулыҡ йорттарын акционерҙар милкенә тапшырабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ҡайһы берҙә беҙҙе: «Һатаһығыҙ, ошо учреждениеларҙы теләһә кемгә бирәһегеҙ», – тип тәнҡитләйҙәр. Юҡ һәм тағы ла бер тапҡыр юҡ! Был акционерҙар ойошмаларында 100 процентлыҡ дәүләт ҡатнашлығы буласаҡ. Ләкин акционерҙар йәмғиәте аша ошо курорттарҙы үҫтереү өсөн ресурстарҙы башҡасараҡ йәлеп итергә мөмкин. Бөгөн уларҙың үҫеше туҡтап ҡалған. Койка-урындар етешмәй.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, шифахана-курорт тармағын үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итеү, уңайлы инвестиция мөхитен булдырыу зарур.
– Яҡын киләсәктә «Красноусол» шифаханаһы яңы корпус төҙөү өсөн 300 миллион һумлыҡ шәхси инвестиция аласаҡ. Тимәк, ошо шифаханала тағы ла 130-150 самаһы яңы койка буласаҡ, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Аҡсаны туристик, шифахана-курорт тармаҡтарына йүнәлтеү өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Шәхси инвестицияһыҙ ошо өлкәлә ярайһы уҡ ҙур алға китешкә өлгәшеп булмаҫын аңлайбыҙ. Ресурстарын шифахана-курорт комплекстарын үҫтереү буйынса инфраструктура проекттарына йүнәлткән инвесторҙарға һәм ойошмаларға ярҙам күрһәтеү механизмдарын федераль кимәлдә өйрәнергә кәрәк.
Читайте нас: