08:16 (UTC+5), 30 Май 2017

Баш ҡалала «Шифахана-2017» Бөтә Рәсәй форумы бара

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөләге Конгресс-холда «Шифахана-2017» Бөтә Рәсәй форумы бара. Башҡортостандың баш ҡалаһы уны икенсе тапҡыр ҡабул итә. Форумда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы республика башлығы Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Ул төбәктә туристик тармаҡты үҫтереү хаҡында һөйләне һәм йыйылыусыларҙың барыһын да урындағы шифаханаларҙа ял итергә саҡырҙы. Шулай уҡ Башҡортостан башлығы дәүләт-шәхси партнерлыҡ һөҙөмтәһендә «Красноусол» шифаханаһының 300 миллион һум инвестиция аласағын хәбәр итте. Аҡса 130 урынлыҡ яңы корпус төҙөүгә йүнәлтелә.
Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Сафонов совет заманында ойошторолған шифахана-һауыҡтырыу комплексының уникаль һәм донъяла аналогы булмауын билдәләне. Унда ял итеү, дауаланыу, профилактикалау берләштерелгән. «Ошо йәһәттән Рәсәйҙең конкуренттары юҡлығын барыһы ла таный. Шуға күрә тармаҡтың киләсәге ҙур. Әлеге ваҡытта тулайым эске продуктта туризмдың өлөшө — 3,4%. Бурысыбыҙ — 10% еткереү», — тип хәбәр итте «Ростуризм» башлығы.
Милли курорт ассоциацияһы президенты, академик Александр Разумов «Сәләмәт кешенең һаулығын һаҡлау — Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫешенең һәм милли хәүефһеҙлектең нигеҙе» тигән доклад менән сығыш яһаны.
Форумдың һәм махсуслаштырылған күргәҙмәнең эше өс көнгә иҫәпләнгән. Докладтар тематикаһында медицина реабилитацияһы темаһы өҫтөнлөк итә.
Форум алдынан республика буйлап өс көнлөк матбуғат туры ойошторолдо, ул урындағы курорттар буйлап таныштырыу сәфәре менән тамамлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика