Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Май 2017, 15:09
Республикала эшһеҙҙәр һаны кәмегән
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны аҙайған, тип хәбәр итәләр мәшғүллек хеҙмәтенән. Әгәр йыл башында төбәктә 23,6 мең эшһеҙ булһа, әле иһә уларҙың һаны 22,7 меңгә тиклем кәмегән.
Теркәлгән эшһеҙлек кимәле лә кәмегән һәм хәҙер 1,13 процент тәшкил итә. Эш биреүселәр тәҡдим иткән вакантлы урындарҙың һаны һиҙелерлек артҡан — 32,4-тән 41 меңгә тиклем.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, республикала эшһеҙҙәрҙең күпселеге — ҡатын-ҡыҙҙар.
Башҡортостандағы эшһеҙҙәрҙең 59 проценты тиерлек ҡала ерендә йәшәй.
Уларҙың яртыһынан ашыуы (54 проценты) үҙ теләге менән эштән киткән. Республикалағы эшһеҙ халыҡ иҫәбендә инвалидтарҙың өлөшө әле алты проценттан артығыраҡ.
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
хеҙмәт баҙары
Читайте нас: