12:05 (UTC+5), 29 Мая 2017

Республика полицейскийҙарының хеҙмәт хаҡы — Волга буйында иң юғарыһы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандағы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы абсолют һандарҙа ла, 2016 йыл йомғаҡтары буйынса үҫеш процентында ла Волга буйы федераль округында иң ҙуры булыуы асыҡланды. Был хаҡта «Реальное время» баҫмаһына һылтанып, РБК-ӨФӨ хәбәр итә.
Былтыр илдә полицейскийҙарҙың дөйөм һаны 9,6 процентҡа артҡан. Өҫтәүенә эске эштәр органдарын комплектлау 93,5 процент кимәлендә һаҡлана. Орел өлкәһендә генә 100 процентлыҡ күрһәткесте уҙып китеү күҙәтелә.
Башҡортостанда полицейскийҙар һанының артыуы дөйөм Рәсәйҙекенә тиң — 9,6 процент. Үткән йылдың аҙағында республикала 15 176 полицейский иҫәпләнгән. Был — Татарстандан ҡала Волга буйы федераль округы буйынса икенсе урын, унда Эске эштәр министрлығы органдарының һаны 15 722 кеше тәшкил иткән.
Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 2014 йылдан һуң Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығында хеҙмәткәрҙәрҙең һаны 14 500-ҙән 13 800 кешегә тиклем кәмегән, ләкин 2016 йыл йомғаҡтары буйынса артып ҡына ҡалмаған, 2014 йылғы күрһәткестәрҙән күбәйгән.
Былтыр эске эштәр органдарының төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәренең уртаса килеме 52 400 һум кимәлендә теркәлгән. 2015 йыл менән сағыштырғанда үҫеш ике процент тәшкил иткән.
Уҙған йылда Волга буйы федераль округында хеҙмәт хаҡы ике процентҡа артып, 46 300 һумға еткән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика