12:12 (UTC+5), 26 Мая 2017

Төбәк халҡын масштаблы стартап-марафонға саҡыралар

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 31 майҙа юғары һәм ИТ-технологиялар өлкәһендә бәләкәй бизнесҡа нигеҙ һалыусылар, инновацион проект авторҙары һәм үҙҙәрен инновацион-технологик һәм интернет-эшҡыуарлыҡ өлкәһендә һынап ҡарарға теләүселәр өсөн Өфө стартап-марафоны була.
Стартапҡа нигеҙ һалыусылар, эксперттар, инвесторҙар, уңышлы технологик эшҡыуарҙар һәм бизнесмендар бер майҙанға йыйыла.
Стартап-марафон республика халҡының киң ҡатламын инновацион процестарға, перспективалы проекттар эҙләүгә, шулай уҡ уларҙы индереүгә һәм ғәмәлгә ашырыуға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Марафонды ойоштороусы — «Инновациялар буйынса белешмә» инновацион проекттар һәм технологик стартаптар акселераторы булышлығында Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты.
Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, марафондың программаһында инновацион компанияларҙың етәкселәре һәм инвестиция берләшмәһе вәкилдәренең мөһим темаларға сығыштары, бизнес-питчтар конкурсы ҡаралған.
Стартап-марафонда ҡатнашыу бушлай.
Уҙғарыу урыны — Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы (К. Маркс урамы, 3).
Теркәү һәм яҡынса программа бында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика