03:39 (UTC+5), 25 Мая 2017

Башҡортостан Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатын уҙғарыуға яуаплы ҡараны - эксперт

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 25 июндән алып 1 июлгә ҡәҙәр Өфө районында уҙасаҡ Ер һөрөү буйынса Асыҡ Рәсәй чемпионатына төрлө агротехнология варианттары менән 60 төр ауыл хужалығы культуралары һәм 20 гибриды буйынса тәржрибә сәсеүлектәре тулыһынса әҙер. Яҡын ваҡыт эсендә сәсеүлектәр эшкәртеләсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионаты Башҡортостанда тәүгә уҙғарыла. «Росагролизинг» компанияһы һәм Башҡортостан хөкүмәте уның ойоштороусылары булып сығыш яһай. Чемпионаттың баш кураторы – «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Людмила Приданованың әйтеүе буйынса, төбәк алдағы игенселәр ярышын ойоштороуға яуаплы килде. Бөтә саралар ҙа графикка ярашлы бара.
Чемпионатты үткәреү барышында эшлекле һәм мәҙәни программалар көтөлә. Улар араһында – «Трактор-шоу», өр-яңы ауыл хужалығы техникалары күргәҙмәһе, «Тере ферма» һәм «Башҡортостандың милли ихатаһы» павильондарының эше.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика