Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Май 2017, 17:09

Инновацион инфраструктураны нығытыу өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ мөмкинлектәрен файҙаланырға кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 24 майҙа республика Хөкүмәте йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы фән буйынса Советтың нефть химияһы комплексын үҫтереү мәсьәләләренә арналған ултырышын үткәрҙе.
– Бөгөн күп кенә илдәрҙә – бигерәк тә Европала,Төньяҡ Америкала һәм Ҡытайҙа тап нефть-газ химияһы иң әүҙем үҫешкән тармаҡтарҙың береһенә әүерелә бара. Ә бына Рәсәйҙең нефть һәм газ төбәктәрендә, танырға кәрәк, 1990 йылдарҙан башлап технологик яҡтан артта ҡалыу, компетенциялар кимәленең, һөҙөмтәлә дөйөм конкурентлыҡ һәләтенең кәмеүе күҙәтелә, – тине республика етәксеһе. – Сәбәптәре билдәле – инновацион әүҙемлек түбән, ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәренә инвестициялар етмәй, яңылыҡтар индереү йәһәтенән иҫкелек, ҡайһы берҙә бер нисә компания етәкселеге ҡыҙыҡһыныу белдермәй.
Башҡортостанда «Газпром нефтехим Салауат», «Полиэф», «Синтез-Каучук», «Өфөоргсинтез» кеүек киң билдәле предприятиеларҙы үҙ эсенә алған илдәге иң ҙур нефть-газ химияһы комплекстарының береһе уңышлы үҫешә, тип билдәләне төбәк башлығы. Конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн ошо производстволарҙы, уларҙың сәнәғәт ҡеүәтен берләштереүгә йүнәлеш алынған. 2012 йылда уҡ бәләкәй тоннажлы нефть химияһы, нефть-газ инжинирингы, төҙөлөш-монтаж, нефть-газ машиналар эшләү, радиоэлектроника, геофизика кластерҙарын берләштергән территориаль нефть химияһы кластеры булдырылды.
– Ошо кооперацияның һөҙөмтәләре бар. Мәҫәлән, предприятиеларыбыҙ яңы материалдар етештереү буйынса иң алдынғы технологияларҙы үҙләштерә, яңы технологиялар булдыра. Атап әйткәндә, ҡатламды һыу ярҙамында емереү өсөн флот барлыҡҡа килтереүгә яҡынлай. Хәҙер был бик мөһим тема, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводының юғары сифатлы продукцияһына ихтыяж арта. Күмәк көс менән ошо предприятиены 70-80 процентҡа йөкмәтә алдыҡ.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа этилбензол, стирол, винилхлорид, акрил кислотаһы, полипропилен, этиленпропилен каучук етештереү буйынса яңы ҡеүәттәр индерелде. Шуның менән бергә әлегә тиклем тәбиғи газды эшкәртеүҙең яңы технологияларын әҙерләү һәм индереү йәһәтенән артта ҡалыу күҙәтелә.
– Инновацион инфраструктураны нығытыу өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ мөмкинлектәрен киң файҙаланырға кәрәк. Беҙ власть, дәүләт структуралары булараҡ ошондай предприятиелар, талап ителгән бәләкәй тоннажлы химия продукттарын етештереүҙең яңы технологияларын һынау һәм индереү өсөн пилот ҡулайламаларын булдырыу буйынса ҙур, урта, бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күмәк көс менән фәнни полигондар, шул иҫәптән уҡыу-ғилми-етештереү нефть-газ полигонын булдырыу мөһим.
Читайте нас: