04:19 (UTC+5), 24 Мая 2017

Өфөлә урында эшләнгән аҙ сығымлы троллейбус менән таныштырҙылар

Өфө хакимиәте
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә етештереүселәр урындағы производствола эшләнгән троллейбус менән таныштырҙылар. Баш ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ҡаланың электр транспорт идаралығы, Өфө трамвай-троллейбус заводы һәм «НефАЗ» концерны хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә яңы машина барлыҡҡа килде. Был троллейбус туранан-тура һатып алғанда ҡалаға шундай уҡ сифатта бер нисә миллионға осһоҙораҡҡа төштө. Ул илебеҙ баҙарында тәҡдим ителгән оҡшаш техника менән сағыштырғанда энергияны 20 процентҡа кәмерәк ҡуллана. Киләһе машинаны автономлы йөрөү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырыу күҙаллана, ул электр энергияһын 40 процентҡаса һаҡсыл тотонорға мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр иттеләр муниципаль электр транспорт идаралығында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика