04:54 (UTC+5), 24 Мая 2017

Башҡортостанда өс йылда 2700 лифтты алмаштырыу күҙаллана

автор
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2020 йылға тиклем иҫкергән һәм файҙаланыу өсөн эшкә яраҡһыҙ тип танылған лифттарҙы алмаштырыу буйынса план әҙерләгән. Хәҙер ошо программаға аҡса бүлеү тураһындағы төбәк хөкүмәтенең ҡарар проекты бөтә кәрәкле килешеүҙәрҙе үтә. Был турала РБК-Өфө хәбәр итә.
2018-2020 йылдарҙа республикала бөтәһе 2700 – йылына 900-шәр лифтты алмаштырыу күҙаллана. Сығымдарҙың дөйөм суммаһы 5,4 миллиард һум – йылына 1,8-шәр миллиард һум тәшкил итәсәк. Шуның 900 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан, 4,5 миллиард һумы – капиталь ремонт фондынан.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин аңлатыуынса, был һандар – тик проект ҡына. Киләһе йылға финанслау күләме буйынса һуңғы ҡарарҙар әлегә юҡ. Быйыл властар 300 лифтты йүнәтергә ниәтләй. Ошо маҡсатҡа 600 миллион һум бүленгән.
Матбуғат мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республиканың торлаҡ фондында эшләгән 9000 лифт кабинаһының өстән бер өлөшө тиерлек алмаштырыуға мохтаж. Бер яңы кабинаны һатып алыу һәм ҡуйыу яҡынса ике миллион һумға барып баҫасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика