08:55 (UTC+5), 23 Мая 2017

«Роскосмос»тың пилотһыҙ аппараттар ҡулланыу буйынса тикшереүҙәре барышында Башҡортостан һынау төбәге буласаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан бәләкәй пилотһыҙ авиация системаларының осошон контролдә тотоу системаһын тикшереү өсөн тәүге һынау төбәге буласаҡ – артабан эш һөҙөмтәләре бөтә илгә таратыласаҡ.
Пилотһыҙ авиация системаларының, шул иҫәптән еңел квадракоптерҙар осошон контролдә тотоу дөйөм Рәсәй системаһы 2017 йылдың аҙағына тиклем һынау үтәсәк, артабан уны этаплап индереү көтөлә. Ошо хаҡта «РИА Новости» агентлығына интервьюла системаның баш конструкторы, «Рәсәй йыһан системалары» вәкиле Михаил Киречко һөйләне.
«2017 йылдың аҙағына инфраструктураның һынау өлгөһө әҙер булыр тип күҙаллана. Хәҙер тәүге һынау төбәге – Башҡортостан. Ул – геомәғлүмәт системаларының үҫеш кимәле һәм уны индереү буйынса алдынғы Рәсәй Федерацияһы субъекттарының береһе. Тиҙҙән унда пилотһыҙ аппараттар ярҙамында юл инфраструктураһы мониторингы буйынса проектты башлау күҙаллана. Ошо мәсьәләне хәл итеү барышында яңы эштәребеҙҙе һынай һәм системаның прототибын эшләй аласаҡбыҙ», – тип һөйләне Михаил Киречко.
Уның әйтеүе буйынса, пилотһыҙ авиация системаларының осошон контролдә тотоу инфраструктураһы ГЛОНАСС Рәсәй юлдаш навигация системаһына нигеҙләнә. Ситтән тороп идара итә торған осоу аппараттары «һуңғы йылдарҙа ҡапыл арзанайҙы», әммә «модалы гаджеттар» кеүек була алмай, сөнки уларҙың киң таралыуына хәүефһеҙлек йәһәтенән уйлауҙар ҡамасаулай, тип һөйләне конструкторҙар. Яңы система квадракоптерҙарҙың бәрелешеүен, уларҙың аэропорт һәм хәрби объекттар өҫтөндә осошон булдырмаҫҡа, хәрәкәтен контролдә тоторға мөмкинлек бирәсәк. Һүҙ корпорациялар әҙерләгән махсус программа тәьминәтен пилотһыҙ аппараттарға ҡуйыу тураһында бара.
Проектты «Роскосмос» йыһан эшмәкәрлеге буйынса дәүләт корпорацияһы башҡа дүрт дәүләт корпорацияһы һәм ведомствоһы менән әҙерләй, улар иҫәбендә «Ростелеком» һәм Рәсәй авиацияһы бар, тип хәбәр ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика