Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Май 2017, 12:31

Республикала яҙғы сәсеү темптары үткән йылғы кимәлгә яҡынлашты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда яҙғы сәсеү темптары үткән йылғы кимәлгә яҡынлашты, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. Бөгөнгә бөртөклөләр майҙандарҙың 85 процентын биләй. Борсаҡ, һоло, арпа сәсеү тулыһынса тиерлек тамамланған. Бойҙай һәм сөгөлдөр майҙандарҙың 95 процентында сәселгән.
Федоровка, Стәрлебаш, Шаран, Ғафури, Борай, Балтас, Тәтешле, Краснокама, Баймаҡ, Әбйәлил райондарында эш темптары юғары. Улар эштәрҙе 90-93 процентҡа башҡарған.
Читайте нас: