02:09 (UTC+5), 23 Май 2017

Рәсәй һәм Төркиә сауҙала булған сикләүҙәрҙе бөтөрҙө

Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй һәм Төркиә сауҙала булған сикләүҙәрҙе бөтөрҙө, тип хәбәр итә «Известия» гәзите. Ике дәүләт вице-премьерҙары Аркадий Дворкович һәм Мехмет Шимшек Рәсәй һәм Төркиә араһында санкцияларҙы бөтөрөү хаҡындағы уртаҡ белдереүгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһында Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев һәм Төркиә хакимиәте башлығы Бинали Йылдырым булды.
Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә алдан белдереүҙәренсә, Дмитрий Медведев үҙенең Истанбулға Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитына сәфәре барышында Төркиә президенты Рәжәп Тайып Эрдоган менән килешеүҙәр уҙғарырға тейеш. Рәсәй хөкүмәте башлығы һәм Төркиә лидеры ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең төп мәсьәләләрен, Сүриәләге хәлде, шулай уҡ башҡа халыҡ-ара проблемаларҙы тикшерәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика