17:49 (UTC+5), 23 Мая 2017

Өфөлә Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең нефть-газ химияһы форумының пленар ултырышы эшендә ҡатнашты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә Рәсәйҙең нефть-газ химияһы форумының пленар ултырышы үтте, уның барышында тармаҡтың төп белгестәре мөһим темаларға докладтар менән сығыш яһаны. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Ул үҙенең сәләмләү һүҙендә ошо көндәрҙә республиканың башҡорт нефтенең 85 йыллығын билдәләүен иҫкә төшөрҙө.
«Бөгөн илдең дөйөм күләмендә нефть сәнәғәтенең өлөшө ҙур түгел — 3 проценттан ашыуыраҡ. Беренсел эшкәртеү предприятиеларының өлөшө — 9 процент. Бензин етештереү — 12, дизель яғыулығын иһә 14 процент тәшкил итә. Был — ҙур һандар», — тип билдәләне төбәк башлығы. Рөстәм Хәмитов «Роснефть» нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән үҙ-ара эш итеү хаҡында ла һөйләне: «Республикаға ошондай ҙур компанияның килеүе башҡорт нефть тармағында яңы мөһим бит аса. Әле беҙ бик тығыҙ эш итәбеҙ, эшләйбеҙ, даими бәйләнештәбеҙ, һәм был республиканың «Роснефть» йөҙөндә көслө, етди партнер табыуы тураһында һөйләй. Әлбиттә, берлектәге эштәребеҙҙең нисек барыуы менән ҡәнәғәтбеҙ. Республикала етештерелгән ҡорамалдар — алдынғы нефть компаниялары ихтыяжы өсөн эшләйәсәк машиналар, механизмдар исемлеген төҙөйбөҙ. Бынан тыш, «Роснефть» артынан «Газпром» да беҙҙә нимә етештерергә мөмкин икәнлеген ҡарай, һәм быларҙың барыһы ла машиналар эшләү комплексының тәьмин ителешендә сағыла».
Рөстәм Хәмитов тармаҡтың төбәктә йәшәүселәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне, сөнки «яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары әүҙем социаль сәйәсәт алып бара, мәҙәниәткә, мәғарифҡа, спортҡа, хәйриә программаларына ярҙам итеү өсөн миллиардтарса һум аҡса йүнәлтә».
Шуға ярашлы, нефть тармағын үҫтереү мәсьәләләре республиканың сәнәғәт сәйәсәте өҫтөнлөктәренең береһе булып тора, тип билдәләне төбәк етәксеһе. «Һуңғы йылдарҙа республиканың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы предприятиелары производствоны яңыртыу һәм яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеү буйынса ҙур проектты тормошҡа ашыра. Әле ҙур һәм уртаса ойошмаларҙың дөйөм инвестиция күләменең яртыһы тиерлек — 47 проценты нефть-газ тармағындағы инвестициялар өлөшөнә тура килә.
Республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә 16-һы химияға һәм нефть химияһына ҡарай. Уларҙың дөйөм хаҡы 200 миллиард һумға яҡынлаша. Ошо проекттарға республика яғынан тейешле ярҙам күрһәтелгән. Мәҫәлән, «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында акрил кислотаһы һәм этилакрилат комплексы төҙөлөп, сафҡа индерелгән.
«Өфөоргсинтез» изопропилбензол етештереүҙе яңыртыу буйынса инвестиция проектын бойомға ашыра. 2016 йылдан «Башнефть» компанияһының үткәргес торба һалыу системаһын реконструкциялау программаһы эшләй.
Шулай уҡ Башҡортостан башлығы быйыл йәй аҙағында — көҙ башында «Башнефть» яңы таҙартыу ҡоролмалары комплексын сафҡа индерәсәген хәбәр итте.
Пленар ултырышта сығыш яһаған докладсылар тармаҡта «векторҙы алмаштырыу» һәм үҙебеҙҙең технологияларҙы үҫтереү кәрәклеге хаҡында һөйләне. Форумдың һәм 25-се халыҡ-ара күргәҙмәнең эше өс көн дауам итәсәк, ошо ваҡыт эсендә бик күп ғилми-ғәмәли конференциялар, сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм осрашыуҙар уҙғарыу ҡаралған.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика