Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Май 2017, 14:52

Өфөлә бушлай социаль эшҡыуарлыҡҡа өйрәтәсәктәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 24 майҙа Өфөлә Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәге «Нисек социаль эшҡыуар булырға?» тигән дискуссия майҙансығы үткәрә. Ул республикала башланған Эшҡыуарлыҡ аҙналығы барышында ойошторола.
Унда нисек социаль эшҡыуар булырға, социаль бизнес ябай бизнестан нимәһе менән айырыла, социаль эшҡыуарҙар өсөн ниндәй ярҙам формалары бар кеүек һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Шулай уҡ Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәгенең төрлө саралары һәм проекттары менән таныштырыу, төбәктәге социаль эшҡыуарҙарҙың уңышлы кейстарын тикшереү ҡаралған. Ҡатнашыу бушлай.
(347) 264-62-90 телефоны йәки mail@ciss-rb.ru электрон почтаһы буйынса үҙеңдең ҡатнашыуың хаҡында хәбәр итергә, алдан спикерҙар өсөн һорауҙар ебәрергә мөмкин.
Дискуссия майҙансығын үткәреү урыны — К. Маркс урамы, 3.
Дискуссиялар көндөҙгө сәғәт 1-се яртыла башлана.
Читайте нас: