07:28 (UTC+5), 22 Май 2017

Башҡортостанда йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренең яңы резиденттары менән килешеүҙәр төҙөлдө

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда «Бәләбәй» һәм «Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренең тағы ла өс резиденты менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Был турала республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
«Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә 2017 йылдың мартында булдырылған бер юлы ике яңы юридик берәмек теркәлгән. Улар — «Ойлтиммаш» (нефть ҡорамалдары етештереү) һәм «БашИнком 1» (минераль ашламалар) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре.
«Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә 2016 йылдан металл конструкциялары етештереү менән шөғөлләнгән «АММА» ғилми-производство предприятиеһы менән килешеү төҙөлгән.
Ошо инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу 600 миллион һумдан ашыу инвестиция йәлеп итергә һәм 1200 самаһы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, май башында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Күмертауҙа инвесторҙар – йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең потенциаль резиденттары менән осрашты. Был аҙнала Бәләбәйҙә ошондай осрашыу планлаштырылған.
Ул саҡта Күмертауҙа Рөстәм Хәмитов инвестиция сәйәсәте эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлеше булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. 2016 йыл йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү темптары буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Илдәге 10 йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең икәүһе – Күмертау һәм Бәләбәй – республикала урынлашҡан.
«Беҙ бөтә хөкүмәт менән йылдам үҫеш биләмәләре буйынса Күмертау һәм Бәләбәй проекттары өҫтөндә эш алып барабыҙ , – тине Башҡортостан башлығы. – Шәхсән үҙем Күмертауҙа, Бәләбәйҙә бөтә шарттар һәм ысын мәғәнәһендә ғәмәлдә булған йылдам үҫеш биләмәләрен булдырыу өҫтөндә эшләйәсәкмен».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика