04:25 (UTC+5), 22 Май 2017

Башҡортостанда эшһеҙҙәрҙең 59 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Йыл башынан Башҡортостанда 15,6 меңгә яҡын кеше эшһеҙ статусын алған. Бер йыл элек бындай статус 19,2 меңдән ашыу кешегә бирелгәйне.
Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 23,6 меңдән ашыу рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнә. Уларҙың 59 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар. Хәҙер мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә торғандарҙың яртыһы тиерлек урта һәм башланғыс профессиональ белемгә эйә.
Республикала эшһеҙҙәрҙең күпселеге йәғни 59 процентҡа яҡыны ҡалала йәшәй. Эшһеҙҙәрҙең яртыһынан күберәге (54 проценты) үҙ теләге буйынса эштән киткән. Төбәктәге эшһеҙҙәр иҫәбендә инвалидтарҙың өлөшө бөгөнгә алты процент тәшкил итә.
Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,17 процентҡа тиң. Шул рәүешле Өфөлә ул 0,97 процент. Ҡалалар буйынса уртаса – 1,04 процент, райондар буйнса – 1,24 процент.
Республиканың Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, 32 муниципалитетта эшһеҙлек кимәле Башҡортостан буйынса уртасаға ҡарағанда кәмерәк. Әлеге ваҡытта Сибайҙа, Ишембайҙа, Мәләүездә, шулай уҡ Миәкә, Ҡариҙел, Өфө, Нуриман һәм Йылайыр райондарында иң түбән эшһеҙлек кимәле билдәләнә.
Ағиҙелдә, Межгорьела, шулай уҡ Шишмә, Балаҡатай һәм Күгәрсен райондарында эшһеҙлек юғары кимәлдә һаҡланып ҡала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика