05:27 (UTC+5), 22 Май 2017

Башҡортостан тәүгә Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итәсәк

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Өфө районында 25 июндән алып 1 июлгә ҡәҙәр Ер һөрөү буйынса Асыҡ Рәсәй чемпионаты уҙа. Ойоштороусылар билдәләүҙәренсә, дөйөм логистика, ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡунаҡханаға урынлаштырыу мәсьәләләре буйынса Өфө районы бәйгенең бөтә техник талаптарына ла яуап бирә.
Рәсәй беренселеге бер төркөм һөнәри ярыштан тора, шул иҫәптән ҡайтарып һөрөү, «Трактор-шоу» — трактор менән идара итеү оҫталығы бәйгеһе.
Ер һөрөү буйынса Асыҡ Рәсәй чемпионаты алдынғы технологияларҙы һәм ауыл хужалығы техникаларын популярлаштырыу маҡсатында министрлыҡ үткәргән төп һәм тамаша сараларының береһе булып тора. Һөнәри ярыштарҙан тыш, чемпионатта бай эшлекле программа ҡаралған. Ойоштороусыларҙың фекеренсә, ул Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итәсәк.
Рәсәй чемпионатының ойоштороусылары – «Росагролизинг» компанияһы һәм Башҡортостан хөкүмәте.
Тупраҡ эшкәртеү оҫталығы буйынса халыҡ-ара механизаторҙар бәйгеһе 60 йылдан ашыу уҙғарыла.
Рәсәй чемпионаты тәү тапҡыр 2012 йылда Краснодар крайында уҙа. Быға ҡарамаҫтан, халыҡ-ара беренселекте ойоштороусылар Рәсәй һабансыларының йылдан-йыл яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүен, әҙерлек кимәленең тиҙ үҫеүен билдәләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика