04:33 (UTC+5), 19 Мая 2017

Сәсеү буйынса иң юғары күрһәткестәр – Башҡортостандың Урал аръяғы далаһы һәм тау-урман зонаһы райондарында

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда сәсеү эштәре буйынса иң юғары күрһәткестәр Урал аръяғы далаһы һәм тау-урман зонаһы райондарында билдәләнә. 186 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарылған, ул пландың 73 процентын тәшкил итә. Алдынғылар иҫәбендә – Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары, уларҙың аграрийҙары 64,1 һәм 49,5 мең гектарҙа иген сәскән.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Урал алды далаһында 678 мең гектар сәселгән йәғни пландың 70 проценты үтәлгән. Бында иң яҡшы күрһәткестәр Әлшәй һәм Стәрлебаш райондары игенселәрендә – 47,7 һәм 36 мең гектар.
Көньяҡ урман-дала райондарында яҙғы сәсеү эштәре 350 мең гектар майҙанда тамамланған, ул 69 процент. Иң яҡшы өс район исемлегендә – Ауырғазы, Илеш һәм Шаран – 46,1 мең, 50,8 мең һәм 25,3 мең гектар.
Төньяҡ урман-дала зонаһына ҡараған 14 район аграрийҙары әлеге ваҡытта 205 мең гектарҙа иген сәскән йәғни пландың 63 процентын үтәгән. Иң яҡшы күрһәткестәр Балтас һәм Яңауыл райондарында – 28,1 һәм 22,7 мең гектар.
Төбәктә сәсеү эштәре буйынса иң түбән күрһәткестәр – Төньяҡ-көнсығыш урман-дала райондарында. Бында 55 мең гектарҙа сәселгән, пландың 52 проценты үтәлгән.
Башҡортостан Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, яҙғы бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар бөтәһе 1,474 миллион гектар майҙанда сәселгән, ул пландың 68 процентын тәшкил итә. Һуңғы тәүлек эсендә биш процентҡа үҫеш билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика