07:22 (UTC+5), 19 Май 2017

«Россельхознадзор» Белоруссиянан һөт продукцияһын индереүҙе сикләне

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Россельхознадзор» Рәсәйгә Белоруссиянан ҡоро һөт, сыр, май һәм киптерелгән һөт порошогын индереүҙе ваҡытлыса тыйҙы.
Белоруссиялағы бер нисә предприятиела етештерелгән һөт аҙыҡтарында йәнә линкомицин, натамицин, ципрофлоксацин, шулай уҡ тилозин табылды.
«Кобрин май һәм сыр яһау заводы», «Молодечно һөт комбинаты», «Новогрудок байлыҡтары һөт компанияһы», «Пружаны һөт комбинаты», «Слуцк сыр яһау комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренән, шулай уҡ предприятиеның Любань филиалынан аҙыҡ-түлек индереү ваҡытлыса тыйылды.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, һуңғы ваҡытта Рәсәйгә Белоруссиянан Евразия иҡтисади союзы һәм Рәсәй Федерацияһының ветеринария һәм санитария талаптарына, нормаларына тап килмәгән малсылыҡ продукцияһын индереү осраҡтары йыш теркәлә.
15 майҙа «Россельхознадзор» Беларусь Республикаһы Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының аҙыҡ-түлек һәм ветеринария күҙәтеүе департаментына Рәсәйгә «юғары хәүефле продукция» ебәреүен туҡтатыуҙы һорап мөрәжәғәт итте.
Ләкин Белоруссия яғы был үтенескә әһәмиәт бирмәне. Өҫтәүенә Ветеринария һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Белоруссия предприятиеларының ҡабаттан хоҡуҡ боҙоуҙарын асыҡланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика