Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Май 2017, 14:55

Башҡортостан Германия менән хеҙмәттәшлекте киңәйтергә ниәтләй

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Германия Федератив Республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консуллығы делегацияһы килде. Делегацияны Германия Федератив Республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консулы Штефан Кайль етәкләй. Сәфәрҙең төп маҡсаты — иҡтисад, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү.
Ошо көндәрҙә немец делегацияһы хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев менән осрашты. Унда шулай уҡ республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге, Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы вәкилдәре ҡатнашты.
Германия делегацияһы Башҡортостан, төбәктең инвестиция мөхите, инвесторҙар өсөн ғәмәлдәге һалым льготалары, Бәләбәй һәм Күмертау моноҡалалары сиктәрендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә резиденттарға дәүләт ярҙамы саралары менән танышты.
Яҡтар Рәсәй-Германия мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙең мөһим тенденцияларын һәм Башҡортостан менән Германия араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе. Был хаҡта республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Бөгөн Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашыу, Гагарин исемендәге кубок өсөн олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһында ҡатнашыу, шулай уҡ Өфө хакимиәтендә һөйләшеүҙәр планлаштырылған.
Сәфәр һуңында, 20 майҙа делегация 103-сө мәктәпкә һәм «Hallo Deutsch» немец телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү үҙәгенә барасаҡ.
Читайте нас: