04:52 (UTC+5), 18 Мая 2017

Республикала яҙғы сәсеү эштәре 63 процентҡа үтәлгән – Ауыл хужалығы министрлығы

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре 1,3 миллион гектарҙан ашыу майҙанда башҡарылған, ул пландың 63 процентын тәшкил итә. Уларҙың 479 мең гектарында бойҙай сәселгән, йәғни планлаштырылған күләмдең 71 проценты үтәлгән.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлек эсендә сәсеү эштәренең дөйөм үҫеше алты процентҡа еткән – ул 127 мең гектар. 29 районда – борсаҡ, 23-ндә – һоло, һигеҙендә арпа сәсеп бөткәндәр.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылда сәсеү майҙандарының структураһы продукцияға баҙар ихтыяжын иҫәпкә алып әҙерләнгән.
Быйыл сояның сәсеү майҙаны һигеҙ тапҡырға – 800 гектарға ҡәҙәр, 80 процентҡа ноҡот борсағы – 4,5 мең гектарға тиклем, шулай уҡ борсаҡ, шәкәр сөгөлдөрө һәм ҡаты бойҙай сорттары арттырылған.
2016 йылда республика 3,3 миллион тонна иген етештергән — был алты йыл элеккегә ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенең минималь кимәленән биш процентҡа юғарыраҡ. Быйыл Башҡортостан аграрийҙары 3,5 миллион тонна иген, 1,7 миллион тонна картуф һәм йәшелсә, 1,4 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө һәм 200 мең тонна самаһы көнбағыш йыйып алырға ниәтләй.
2020 йылға төбәктә игендең уңышын 4,2 миллион тоннаға тиклем еткереү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика